Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 14:39

172 үҫмер "Спутник М" вакцинаһын ҡаҙатҡан

28 ғинуарға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда   «Спутник М» вакцинаһы менән   12 йәштән  йәшкә тиклемге 172 үҫмер прививкаланған.

172 үҫмер "Спутник М" вакцинаһын ҡаҙатҡан
172 үҫмер "Спутник М" вакцинаһын ҡаҙатҡан

  Башҡортостандың баш педиатры  Людмила Семавина әйтеүенсә, вакцинаны йәшәгән урын буйынса беркетелгән поликлиникала эшләтергә мөмкин.  

«Спутни М” вакцинаһының өҫтәмә партияһы килеү менән  беҙ    уҡыусыларҙы иммунлаштырыу өсөн мәктәптәргә сығырға уйлайбыҙ, –  ти Людмила Семавина. —  Тәжрибә күрһәтеүенсә,  балалар ныҡ ауырый, уларға ла дауаханала дауаланыу талап ителеүе мөмкин.   Ауырыу күпләп тарала башланы һәм унан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы – үҫмерҙәрҙе вакциналауҙы башлайбыҙ”.

Әлбиттә, үҫмерҙәрҙе вакциналау ирекле рәүештә башҡарыла.  Әгәр ҙә балаға 15 йәш тулмаған икән, был осраҡта ата-әсәһенең ризалығын алыу мотлаҡ.   Уҡыусының ата-әсә балаһын  “Спутник М” вакцинаһы менән прививкалауға  ғариза яҙырға тейеш.   

Әйткәндәй, “Спутник М” вакцинаһы шул уҡ “Спутник V”, тик ул биш тапҡырға көсһөҙөрәк. Билдәле булыуынса, 2800 доза  «Спутник М» вакцинаһы 26 ғинуарҙа Башҡортостанға алынып, медицина учреждениеларына таратылды.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: