Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 19:11

Юл фажиғәләре - 26 ғинуар

Кисә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, 13 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 26 ғинуар
Юл фажиғәләре - 26 ғинуар

Көндөҙ Благовар районында, Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө автоюлының 19-сы саҡрымында, Бүздәк районынан 34 йәшлек ир "ВАЗ-2112" машинаһында юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, "КамАЗ"ға барып бәрелгән. Аварияла "ВАЗ"дың водителе һәм уның пассажирҙары, 59 һәм 33 йәшлек ирҙәр, ауыр яраланып, дауаханаға оҙатылған. 

Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 15 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: