Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 10:05

Ҡырмыҫҡалы районында пенсионер ҡот осҡос үлемгә дусар булған

Өлкән йәштәге ир билдәһеҙ йүнәлештә өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

Ҡырмыҫҡалы районында пенсионер ҡот осҡос үлемгә дусар булған
Ҡырмыҫҡалы районында пенсионер ҡот осҡос үлемгә дусар булған

Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка ауылында ҡот осҡос хәл була, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.

74 йәшлек пенсионерҙың ейәне ҡотҡарыусыларға олатаһын эҙләшергә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, өлкән йәштәге ир билдәһеҙ йүнәлештә өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙы үле килеш тапҡандар.Ул әсе һалҡынға түҙә алмаған.

Әле был осраҡты хоҡуҡ һаҡлаусылары тикшерә, үлем сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: