26 ғинуарҙа Төмән районы суды Башҡортостандан 52 йәшлек вахтасы Самат Абдрахмановҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул поезда полицейскийҙың ҡулын тешләгән. Ир власть вәкилен мәсхәрәләү һәм уға ҡарата көс ҡулланыу статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Был хәл 2021 йылдың 18 июлендә булған. Был көндө Абдрахманов Когалымдан тыуған яғына ҡайтып барған. «Новый Уренгой – Ҡазан» пассажир поезының вагонында ул алкоголле эсемлектәрҙе саманан тыш ҡуллана һәм тәртип боҙа башлай. Ирҙең ҡыланышы поезда дежурҙа торған полиция нарядының иғтибарын йәлеп иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары боласынан документтарын һәм әйберҙәрен йыйып, киләһе станцияла сығыуын һорай. Быға яуап итеп, әүҙем пассажир йоҙроҡтары менән полицейскийҙарҙың береһенә ташланған. Тәртип һаҡсылары уға ҡул бығауы кейҙерергә йыйына башлағас, ул полицейскийҙың ҡулын тешләй. Хоҡуҡ һаҡсыһына медицина ярҙамы кәрәк була.
Суд Абдрахмановҡа ике йыл шартлы срок һәм биш мең һум күләмендә штраф билдәләй.
Фото: Т. Аманов