Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 11:18

Төркиәлә мәхшәр!

Антальяла бындай ҡарҙы һуңғы тапҡыр утыҙ йыл элек күргәндәр.

Төркиәлә ҡарлы мәхшәр!
Төркиәлә ҡарлы мәхшәр!

21 ғинуарҙан Төркиәнең төньяҡ-көнбайышында буран ҡотора. Иң нығы Истанбул ыҙа сигә. Ҡала властары халыҡҡа шәхси транспорт менән файҙаланыуҙы тыйған, урындағы аэропорт та эшләмәй. Анкара һәм Истанбул араһындағы трасса ябылған. Әйткәндәй, аэропорттарҙа йортона ҡайта алмай тотҡарланып ҡалыусылар араһында рәсәйлеләр ҙә күп.

Әле килеп Анталья үҙәгендә 29 йыл эсендә тәүге тапҡыр ҡар яуған. Бындағы ҡарҙың ҡалынлығы 50-60 сантиметрға тиклем етә. 

Ошондай уҡ тәбиғәт күренеше Грецияның Афина ҡалаһында күҙәтелә. Бында дарыухана, магазин һәм заправкаларҙан башҡа дәүләт учреждениелары, предприятиелар эшләмәй. Йөҙләгән кеше ҡар ҡамауында ҡалған. Уларҙы ҡотҡарыуға ил хәрбиҙәре йүнәлтелгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: