Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 16:46

Салауатта мультиүҙәк эшләйәсәк

Бөгөн Салауат ҡалаһында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙҙы. Унда ҡаралған төп мәсьәлә – инвалидтар өсөн мультиүҙәк асыу.

Салауатта мультиүҙәк эшләйәсәк
Салауатта мультиүҙәк эшләйәсәк

Инвалидтарҙың социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәге механика-төҙөлөш колледжы базаһында буласаҡ.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, инвалидтарҙы профессиональ реабилитациялау мәсьәләһен хәл итеү өсөн Ленинград өлкәһенең Всеволожск ҡалаһында эшләүсе үҙәк тәжрибәһе файҙаланылған.

- Был учреждениела һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Ошонда уҡ профессиональ диагностика үткәрелә һәм ярашлы һөнәр һайлана, инвалидтар уҡый һәм артабан эшкә урынлаштырыла. Бынан тыш, инвалид хеҙмәткәрҙең эш урынына яраҡлашыу осоро эш биреүсе тарафынан күҙәтелә, – тип аңлатма бирҙе Ленара Хәким ҡыҙы.

Эш сәфәре барышында хеҙмәт министры, республика ведомстволары етәкселәре, Салауат ҡалаһы хакимиәте колледж бинаһын – инвалидтар өсөн буласаҡ үҙәкте ҡараны, фекер алышты.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Салауатта мультиүҙәк эшләйәсәк
Салауатта мультиүҙәк эшләйәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: