Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 12:56

Мәскәү йәнә автобус ебәрә

Өфөгә тиҙҙән илдең баш ҡалаһынан сираттағы "бүләк" килеп етәсәк.

Мәскәү йәнә автобус ебәрә
Мәскәү йәнә автобус ебәрә

Мәскәү Хөкүмәте менән килешеү төҙөлгән - улар беҙгә үҙҙәренә кәрәкмәгән тотонолған йәмәғәт транспортын ебәрә.

Ҙур "ЛиАЗ"дар киләсәк. Декабрҙә туғыҙ автобус алғайныҡ. Уларҙың барыһы ла яҡшы техник торошта, тип баһаланды. Киләһе аҙнала тағы алтау килтереләсәк.

Тотонолһа ла, беҙҙең урамдарға кәрәк улар. Бер аҙ төҙәткеләп, яңыртып, модернизациялап урамдарға сығарһалар, халыҡҡа ярап ҡалыр. Юҡһа, әле автобустар етмәгән кеүек - кеше лыҡа тулып йөрөй.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.




Мәскәү йәнә автобус ебәрә
Мәскәү йәнә автобус ебәрә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: