-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 10:38

Хәйриә уҙышы мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам иткән

Ошо көндәрҙә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларға велосипедтар тапшырылды. Улар хәйриә уҙышы барышында йыйылған аҡсаға һатып алынған.

Хәйриә уҙышы мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам иткән
Хәйриә уҙышы мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам иткән

Фотограф һәм спортсы Гөлназ Сакулина үткән йылдың көҙөндә  баш ҡалабыҙҙа 73 саҡрымға яҡын оҙонлоҡтағы беренсе ультрамарафонды йүгерә. Уның маҡсаттарының береһе хәйриә була,  «Ломая барьеры» үҙәге һәм Өфө муйынсаһы командаһы менән берлектә велосипед һатып алыу өсөн үҙенсәлекле балаларға 108 мең һум күләмендә аҡса йыйып,  ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуя.

Һөҙөмтәлә битараф булмаған кешеләр ярҙамында ике тапҡырға күберәк 213 527 һум йыйыла. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Ломая барьеры» үҙәге директоры Алина Хәбирова әйтеүенсә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль проблемаларын хәл итеүҙә йәмғиәт, эшҡыуарлыҡ  һәм власть көсө берләшеүе  – бик яҡшы миҫал. Ошо ярҙам айҡанлы сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгән ете бала велосипедлы булған.

 

 

Фото: https://ufacity.info/index.php.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: