Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 11:04

Газ һәр йортҡа киләсәк

“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, алда торған бурыстар иҫәбендә берлектәге эштең өс төп йүнәлеше бар. Улар – тораҡ пункттарға газ үткәреү, газ химияһын һәм энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү.

Газ һәр йортҡа киләсәк
Газ һәр йортҡа киләсәк

– “Газпром” менән берлектә 2025 йылға тиклем республикала газ үткәреү һәм тәьмин итеү программаһын ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Уның аҡсалата күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итә. 25 мең йортҡа һәм 300-гә яҡын социаль объектҡа газ үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 131 меңдән ашыу йорт “зәңгәр яғыулыҡ” тоташтырыу  программаһына индерелә. Республика уның буйынса тәүге 1,2 миллиард һум аҡса алған да инде.

Республикала иң эре сәнәғәт проекттарының береһен «Газпром СПГ технология» компанияһы ғәмәлгә ашыра. Һүҙ Стәрлетамаҡ районында шыйыҡландырылған газ етештереү буйынса комплекс төҙөү хаҡында бара. Ул быйыл уҡ эшләй башлай. Бынан тыш, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы базаһында йылына 28 миллиард кубометр тәбиғи газ эшкәртеү буйынса технологик комплекс төҙөлә башланы. Башҡортостан Башлығы машиналар эшләү тармағында «Газпром» һәм «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» предприятиеларының кооперацияһын нығытыуҙы ла билдәләне.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республика Ростов өлкәһе менән бергә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алыуын хәбәр итте. Төбәктә 41 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй.

 

Газ һәр йортҡа киләсәк
Газ һәр йортҡа киләсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: