Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 19:42

Өфө полицияһы шаһиттарҙы эҙләй

2021 йылдың 27 ноябрендә Инорстағы «Акварин» сауҙа үҙәге янында (Ферин урамы, 29) билдәһеҙ ир 65 йәшлек ирҙе туҡмай. Видеояҙманан күренеүенсә, туҡмалған ир автомобилен сауҙа үҙәге янына ҡуйғанда «Рено Дастер» машинаһының водителе менән ирешеп китәләр. Уларҙың араһына билдәһеҙ үтеп барыусы тығылып, 65 йәшлек ирҙе дөмбәҫләй.  

Өфө полицияһы шаһиттарҙы эҙләй
Өфө полицияһы шаһиттарҙы эҙләй

Әлеге ваҡытта полиция ошо ваҡиғаның шаһиттарын эҙләй. Шулай уҡ көмөш төҫтәге «Рено Дастер» маркалы автомобилдең водителен дә эҙләйҙәр: уға ҡарамаҡҡа  60-70 йәш, уртаса кәүҙәле, ҡара куртка, ҡара салбар һәм ҡара ботинкалар кейгән булған. 

Шаһиттарҙан ошо ваҡиғаға бәйле аудио һәм видеоматериалдар көтәләр. Тел.: 8-917-360-60-61, 8-996-403-50-21, 279-39-02,  237-19-60 йәки 02 (102).

Фото: Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: