Ошо көндәрҙә бындай станциялар Билайн компанияһы тарафынан Баймаҡ районына урынлаштырылды. Иҫәнбәт, Оло Басай, Комсомол, Октябрь һәм Урал ауылдары халҡы (бөтәһе 1100 самаһы кеше) хәҙер цифрлы ресурстарға ауырлыҡһыҙ тоташасаҡ.
Республиканың дәүләт идараһын цифрлаштырыуҙы үҫтереү министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев белдереүенсә, элемтә операторҙары станцияларҙы үҙ инвестиция программаларына ярашлы, бығаса бәйләнеш тә, интернет та булмаған тораҡ пункттарға даими ҡуя. Былтыр беҙҙә 1600 база станцияһы LTE стандарттарына яраҡлаштырылған.
Тиҙҙән мобиль бәйләнеш һәр ерҙә буласаҡ.
Фото: БР Дәүләт идараһын цифрлаштырыуҙы үҫтереү министрлығы сайтынан.