Үлеменең рәсми сәбәбен шулай тип яҙалар: “Основой болезни умершего является распространённый атеросклероз сосудов на почве преждевременного их изнашивания (Abnutzungssclerose)”. Әммә был йәһәттән фараз итеүҙәр һаман туҡтамай. Лениндың үлеменә бәйле документтар, уның ике туған һеңлеһе О. Ульянованың үтенесе буйынса, кәм тигәндә 2024 йылға тиклем йәшерен ҡала.
...Лениндың кәүҙәһен баш ҡалаға килтергәс, табутты Союздар йортоноң Колонналар залына ҡуялар. Юлбашсы менән биш көн, биш төн хушлашалар.
Владимир Ильичты 27 ғинуарҙа Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Майҙанда “ерләйҙәр”. Бәлзәмләнгән мәйетте махсус төҙөлгән Мавзолейға урынлаштырылар.
Әйткәндәй, Лениндың кәүҙәһен үлгәс нимә эшләтеү тураһында 1923 йылда уҡ хәстәрләп ҡуялар.