Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2022, 10:22

Ҡаты тәрбиәме, әллә...

Биш йәшлек сабыйҙы сатлама һыуыҡҡа сығарып ҡуйыу өсөн ниндәй кеше булыу кәрәктер?

Ҡаты тәрбиәме, әллә...
Ҡаты тәрбиәме, әллә...

Алтай крайының Селезнев ауылында йәшәүсе ир менән ҡатын биш йәшлек сабыйҙы тышҡа сығарып ебәргән. Йәнәһе лә, улар ошо рәүешле баланың тәртибен төҙәтергә теләгән. Йорт тупһаһында сыр яланғас торған малайҙы ауылда йәшәгән бер ҡатын күреп ҡалып видеоға төшөргән.

Был хәл йәмғиәттә киң шаңдау тыуҙырҙы. Әле әсәне һәм уның өйҙәш ирен ҡулға алғандар. Баҡтиһәң, быға тиклем ир менән ҡатын хөкөм ителгән булған. Ғаилә ауыл хакимиәтенең «ҡара исемлегендә» торған. Әсәнең өс балаһы ла тартып алынған һәм дауаханаға оҙатылған. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: