Сара башында фәнни-мәғрифәтселек бүлеге мөдире Лилиә Әмир ҡыҙы Нурасова сығыш яһаны. Ул Рәсәй тарихындағы иҫтәлекле көн, илдең бөтә халҡы өсөн уның әһәмиәте хаҡында бәйән итте. Владимир Сергеевич блокада ҡалаһының нисек тороуы, ҡамауҙа ҡалған Ленинград халҡына ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен, уларҙың ҡаһарманлығы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Телмәрендә Лениград халҡының тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, 20 быуаттағы иң ҡурҡыныс һуғыш тураһында дөрөҫлөктө еткереү – һеҙҙең һәм беҙҙең бурыс, тине.
Ҡаһарманлыҡ дәресендә уҡыусылар һорауҙар ҙа бирҙе, үҙҙәре лә алып барыусылар биргән һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу йәнле аралашыу формаһында үтте.
Бөгөн шулай уҡ «Рәсәйҙең хәрби тарихының иҫтәлекле көндәре» тигән акцияға ла старт бирелде. Уны республика Хәрби Дан музейы, Рәсәй хәрби-тарихы йәмғиәте, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы ойоштора. Акцияның маҡсаты – Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталарын, әһәмиәтле алышыу көндәрен, һуғыш геройҙары, полководецтарҙың һәм хәрби начальниктарҙың исемдәрен популярлаштырыу. 2022 йыл барышында Рәсәйҙең хәрби даны һәм иҫтәлекле даталары көндәрендә пассажирҙар транспорты экрандарында Рәсәйҙең хәрби тарихының иҫтәлекле даталары буйынса видеояҙмалар һәм фотодокументаль материалдар күрһәтеләсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.