Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 18:06

Табиптар көлдөрә

Халыҡ табиптар тураһында бик күп көләмәстәр уйлап сығарған. 

Табиптар көлдөрә
Табиптар көлдөрә

  — Мине дауаханаға алып килгәс,  бер хирург  һуҡыр эсәгемде ҡырҡып алырға теләк белдерҙе,  икенсеһе, үт ҡыуығындағы ташты алырға кәрәк, тигән һығымтаға килде.

 — Шунан,  бәхәс нимә менән тамамланды һуң?

 — Шыбаға тоттолар ҙа аңҡау биҙен ҡырҡып алдылар.

         ***

 — Беҙҙең һөнәр бик хәүефле, был донъяла дошмандарыбыҙ етәрлек, – тип зарлана табип үҙенең коллегаһына.

 — Теге донъяла тағы ла күберәк!

        ***

 — Доктор, минең бауырым ауырта.

 —  Эсәһегеҙме?

 — Эсәм. Ярҙам итмәй!

       ***

 — Зинһар, тынысланығыҙ,   һеҙҙе нимә борсой, барыһы хаҡында ла ентекләп кенә һөйләп бирегеҙ.

 — Доктор, һеҙҙә генә бар өмөтөм! Авансҡа тиклем 100 һум аҡсағыҙ булмаҫмы?

 

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: