Тиҙҙән Башҡортостан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы барлыҡҡа киләсәк. Өфөләге Халыҡтар Дуҫлығы йортонда үткән ултырышта шул турала һөйләнеләр. Төп тема сит ил студенттарының беҙҙең республикала социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуына арналды. Кәңәшмәлә Халыҡтар Дуҫлығы йорто белгестәре менән төрлө вуз вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала шундай мәсьәләләр ҡаралды: йәштәр ассамблеяһы төҙөү, сит илдәрҙәге конфликттар кеүек күренештәрҙе беҙҙә булдырмау буйынса студенттар менән эш алып барыу, берлектә ижади, этномәҙәни, адаптация проекттарын ғәмәлгә ашырыу.
Әйткәндәй, “Наурыз” байрамы алдынан КВН уйындары ойоштороу ҙа күҙаллана.
Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова белдереүенсә, студенттар менән эш төрлө йүнәлештә алып барыла, берлектә байтаҡ сара үткәрелә.
Фото: һәм сығанаҡ: БР Халыҡтар Дуҫлығы йорто сайтынан.