Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 14:56

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Салауат ҡалаһының Нефтселәр урамындағы 4-се һанлы йорттоң ҡыйығын боҙбармаҡтарҙан таҙартҡан саҡта яңылыш шиферҙы ярған булғандар. Шул ярыҡты яңыраҡ идарасы компания ремонтлап ҡуйған. Тик бының өсөн йортта йәшәүселәргә бер нисә тапҡыр зарланып хат яҙырға тура килгән.

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Өфөнөң Тыныслыҡ урамында йәшәүселәр урамды ҡарҙан таҙартмайҙар, тип зарланыуы булған, урамды икенсе көнөнә үк тәртипкә килтергәндәр. Күмертауҙа ла юл эшселәренә шул сәбәпле дәғүә белдергәндәр, Мәсәғүт ауылында йортта батареяларҙың саҡ ҡына йылы булыуына, Әбйәлил районының Күсем руднигы мәктәбендә һыуыҡ булыуға, Красная Башкирия ауылында ҡыйыҡты йүнәтеп бөтмәүҙәренә зарланғандар. Был проблемалар ҙа хәл ителгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: