Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 20:30

Перәник һәм банан менән торт

Ҡамыр менән мәшәҡәтләнеп торорға теләмәһәгеҙ, ҡунаҡтарығыҙҙы ошондай бик тәмле торт менән һыйлай алаһығыҙ.  

Перәник һәм банан менән торт
Перәник һәм банан менән торт

 

Бының өсөн 700 г перәник, 3 банан, 50 г сәтләүек, шоколад, крем өсөн 250 г ҡаймаҡ, 100  50 г шәкәр кәрәк.

Перәниктәрҙе телемләп, бананды түңәрәкләп турарға. Әстерхан сәтләүеген ваҡларға, шоколадты ҡырғыстан үткәрергә. Ҡаймаҡҡа шәкәр һалып, крем яһарға. Сөм һауытҡа пленка йәйергә лә, кремға манылған банан менән перәниктәрҙе ҡатлап теҙергә. Өҫтөнә шоколад, грек сәтләүеге һибергә. Тортты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға бирер алдынан һауытты әйләндерергә һәм пленканы алырға. Тәмлекәстең өҫтөн киви менән дә биҙәргә мөмкин.

 

 

Фото:hi-chef.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: