"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ойошторолған был ярышта Ғафури, Салауат, Ҡыйғы, Бөрйән, Бәләбәй, Благовещен, Туймазы, Дүртөйлө, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Яңауыл райондары, Өфө, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалалары командалары сығыш яһаны.
Ғафури районының "Батыр" клубы көрәшселәре еңеү яуланы. Стәрлетамаҡ егеттәре лә шул иҫәптә.
Илүс Ғафаров менән Андрей Романов үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урынға сығып, Волга буйы федераль округы чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Фото: Ғафури районы хакимиәтенән.