Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 13:45

Орлоҡтарҙы нисек эшкәртергә?

Орлоҡтарҙы сәсергә әҙерләгәндә һәр баҡсасының үҙенең һыналған тәжрибәһе бар.

Орлоҡтарҙы нисек эшкәртергә?
Орлоҡтарҙы нисек эшкәртергә?

 

* Ауыр һәм эрерәк орлоҡ нығыраҡ шыта һәм көслөрәк үҫеш ала. Шуға ла иң яҡшыларын ғына һайлап сәсергә кәрәк. Уларҙы тоҙло һыуға ( 1 л һыуға 30г иҫәбенән) һалып болғағыҙ һәм 5-10 минут тотоғоҙ.Буштары өҫкә йөҙөп сыға, тишелергә һәләтлеләре төпкә ултыра. Батҡан орлоҡтарҙы таҙа һыуҙа сайҡатып,  таратып киптерергә кәрәк.

* Орлоҡтарҙы 15 минут марганцовка эретмәһендә тотоу бәшмәк ауырыуҙарынан арындырырға ярҙам итә .

 * Орлоҡтарҙы натрий глуматы ( 1 литр һыуға ¼ балғалаҡ) эретмәһенә лә һалып торалар. Иң яҡшы тәбиғи ашлама – көл. 1 литр һыуға 1 балғалаҡ көл ҡушып болғатырға. Орлоҡтарҙы марляға төрөп, бер тәүлек ошо эретмәлә тоторға. Һуңынан сайҡатырға.

 

Фото:nagrunte.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: