Был көндәрҙә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Пенсия фонды бүлексәһе, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды вәкилдәренә һәм башҡаларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Юристар хеҙмәт хоҡуҡтары һәм гарантиялары мәсьәләләре буйынса бушлай консультация үткәрәсәк.
Граждандар РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына шәхсән мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә (@rop_102) тематик тура эфирҙар ойошторола. Коронавирус таралыу арҡаһында эпидемиологик хәлдең насарайыуына бәйле, барлыҡ ҡабул итеүҙәр онлайн йәки телефон аша ойошторола.
Белешмә өсөн телефон:
+7 (347) 226-78-28.
Мөрәжәғәтте үҙегеҙгә уңайлы ысул менән ебәрегеҙ:
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһе сайтынан.