Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 15:45

Үҫмер өлкәндәрсә ял итергә уйлаған

Тик бының аҙағы насар тамамланған...

Үҫмер өлкәндәрсә ял итергә уйлаған
Үҫмер өлкәндәрсә ял итергә уйлаған

Яңауыл үҙәк район дауаханаһына бәлиғ булмаған пациентты алып киләләр. Үҫмер спиртлы эсемлек эсеп ағыулана. Уны реанимация бүлегенә оҙаталар.

16 ғинуарҙа бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ултырышында ошо хәл тикшерелә. Комиссия секретары Гөлназ Антонова әйтеүенсә, үҫмер алкоголь ҡулланыуҙың ыңғай эҙемтәләре булмауын аңлай. Быға бәйле сәләмәтлек тә ҡаҡшай, киләсәк тормошҡа ла зыян килә. Ошо күңелһеҙ ваҡиғанан һуң үҫмер Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районы буйынса бүлегенә наркология буйынса иҫәпкә ҡуйылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: