БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү тураһындағы положениеның яңы проектын тәҡдим итте. Ул республиканың рәсми порталында баҫылған.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, фельдшер-акушер пункттарының һәм ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләренең медицина персоналыың хеҙмәте билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә ярашлы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрәлегенең һөҙөмтәләлеге критерийҙарына ярашлы түләнәсәк.
Әле ашығыс ярҙам табиптарына – 10 мең һум, фельдшерҙарға – 5 мең һум, шәфҡәт туташтарына һәм водителдәргә – 3,5 мең һум өҫтәп түләнә. ФАП фельдшерҙары эш хаҡына өҫтәмә рәүештә – 3,5 мең, шәфҡәт туташтары 2,5 мең һум ала.
Төҙөтмәләр буйынса тәҡдимдәр индереү ваҡыты 2022 йылдың 1 февраленә тиклем билдәләнгән.
Фото:Т.Аманов.