Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 16:25

Краснокама районының элекке башлығы Мәхмүтйән Иҙрисов вафат булған

24 ғинуарҙа 1988-1991 йылдарҙа Краснокама район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1991-2003 йылдарҙа район Советы рәйесе һәм муниципалитет етәксеһе, райондың почетлы гражданы Мәхмүтйән Мөҙәрис улы Иҙрисов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Мәрхүм менән кисә хушлаштылар.  Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм БР Башлығы Хакимиәте мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Быға "Йәшлек"тәр ҙә ҡушыла. 

Краснокама районының элекке башлығы Мәхмүтйән Иҙрисов вафат булған
Краснокама районының элекке башлығы Мәхмүтйән Иҙрисов вафат булған

Башҡорт Википедияһынан белешмә:

Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (рус. Идрисов Махмутзян Мударисович) (20 февраль 1948 йыл) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан Краснокама районы башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы

Мәхмүтйән Мөҙәрис улы Иҙрисов 1948 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Күпербаш ауылында тыуған.

Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1992 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1966—1967 йылдарҙа Аксенов ауыл хужалығы техникумында уҡый, артабан Совет Армияһына сағырыла. Хеҙмәт юлын 1971 йылда, техникумды тамамлағас, Краснокама районы колхоздарында зоотехник булып башлай. 1975—1983 йылдарҙа «Красный партизан» колхозының партия ойошмаһы секретары. 1983—1985 йылдарҙа Краснокама районы «Маяҡ» колхозы рәйесе. 1988 йылдан Краснокама районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. [1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: