Ковид менән ауырыусылар менән бәйләнештә булғандар өсөн һуңғы тапҡыр бергә булғандан һуң карантин ваҡыты ете көнгә ҡыҫҡартылды. 25 ғинуарҙа был турала Рәсәйҙең баш санитар табибының ҡарары донъя күрҙе һәм ул бөгөндән үҙ көсөнә инә.
“Әгәр ҙә ковид менән сирләүсе менән бәйләнештә булған кешегә 15 ғинуарҙан 21 ғинуарға тиклем эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы (больничный) асылған икән, ул автомат рәүештә 27 ғинуарҙа ябыла. Ә инде эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы 21 ғинуарҙан һуң асылһа, ул етенсе көнөнә ябыла”, – тип аңлата белгестәр. Әйткәндәй, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын яптырыу өсөн дауаханаға барырға кәрәкмәй, ул дистанцион рәүештә ябыла һәм эш биреүсегә ебәрелә.
“Роспотребнадзор” идаралығының матубғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә. Коронавирус менән бәйләнештә булыусылар өсөн карантинды ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар әле карантин идерелеп, ете һәм унан күберәк көн дауам иткән мәктәп кластарына һәм балалар баҡсалары төркөмдәренә лә ҡағыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.