Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 09:15

Көн торошо

Башгидрометүҙәк алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 26 һәм 27 ғинуарҙа һауа температураһы 26 градусҡа тиклем түбәнәйә. Белгестәр  юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары һәм күреү мөмкинлеге насар булыуы хаҡында ла иҫкәртте .

Көн торошо
Көн торошо

 Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Иртән айырым райондарҙа томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 8-13 градус һалҡын.

27 ғинуарҙа ла бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 10-15, аяҙытҡанда 18–23, көндөҙ – 5-10 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: