Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 06:20

Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!

Бөгөн Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға эҫе аш һәм кейем-һалым таратыла.

Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!
Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!

Акция төшкө сәғәт ун икенән бергә тиклем Карл Маркс урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә үтә. Бында мохтаждарға эҫе аш, йылы кейем-һалым биреләсәк, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеләсәк.

Асарбаҡтарға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Ҡулланыуҙа булған кейем-һалымды һәм аяҡ кейемен ойоштороусыларға алып барып тапшырырға мөмкин. Әйберҙәр акция ваҡытында ла ҡабул ителә. 

Белешмәләр өсөн: (347) 287–28–66; rkscb70@mail.ru

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас