Тәүге тапҡыр ул 1750 йылда Барбадос утрауында табылған. Грейпфруттың тыуған иле тип Һиндостан һәм Үҙәк Америка һанала. XIX быуаттың аҙағында был үҫемлекте Флоридаға алып ингәндәр.
Мәңге йәшел ағасының бейеклеге 12 метрға етә, емештең ауырлығы иһә 500 грамм тирәһе. Грейпфруттың бер нисә сорты бар. Улар төҫтәре (аҡ, һары һәм алһыу) һәм билдәле үҙенсәлектәре менән айырыла.
Файҙалы үҙенсәлектәре
Үҙенең файҙалы үҙенсәлектәре буйынса грейпфрут лимонға оҡшаған, әммә күпкә тәмлерәк. Составында төп компонент – һыу. Ул яҡынса емештең 90 процентын биләй, артабан шәкәр, органик кислоталар, минераль тоҙҙар, эфир майы, фитонцид һәм гликозид килә. Бынан тыш, уның составында антиоксиданттар, кальций, калий, магний, А, В2, РР, С, Д витаминдары ла бар.
Грейпфрут пародонтоздан һәм теш ҡаҙналары ҡанағанда файҙалы. Уның ярҙамында вируслы ауырыуҙарҙы һәм һалҡын тейеүен дауалайҙар. Шулай уҡ был емештең бик яҡшы иммунитетты күтәреү сараһы булыуы билдәле.
Составындағы кальций тырнаҡтарҙың һәм сәстәрҙең торошон яҡшырта, ә магний менән калий йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Грейпфруттағы антиоксиданттар ҡан тамырҙарындағы төйөрсәләрҙе бөтөрөп, уларҙың һығылмалылығын көсәйтеүгә һәләтле. Шулай уҡ улар организмдағы артыҡ һыуҙы ла сығарырға ярҙам итә. Был үҙенсәлекле емеш ябығыу сараһы булараҡ та ҡулланыла. Бының өсөн көн һайын ашар алдынан ярты грейпфрут ашарға кәрәк. Был емештең түбән калориялы булыуын да билдәләп үтеү мөһим , 100 грамм емештә ни бары 35 ккал ғына.
Иртәнсәк яңы ғына һығылған һутын эсеү эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә. Әммә кемдең ашҡаҙан һутының әлелеге юғары, был емеш менән бик һаҡ булырға кәрәк.
Файҙалы үҙенсәлектәре бының менән генә бөтмәй әле. Уның составындағы пектин ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә һәләтле. Шуның менән йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуы менән интегеүсе кешеләр өсөн ысын табыш булып тора. Ул климакс ваҡытында ҡатындарҙың хәлен бер аҙ яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Хәлһеҙ һәм күберәк ултыраҡ тормош алып барған кешеләр өсөн дә грейпфрут файҙалы. Һуты организмды тынысландырыу һәм көс биреү йоғонтоһона эйә, аҡыл һәм физик көсөргәнештән һуң арығанлыҡ тойғоһон баҫа. Составындағы эфир майҙары иғтибарҙы көсәйтергә, депрессияны һәм апатияны еңергә ярҙам итә.
Ҡабығы иһә үҙәк көйөүҙән ярҙам итә. Ваҡ итеп ҡырғыстан үткәреп киптерелгән ҡабыҡты көн һайын иртән берәрә балғалаҡ ашау ашҡаҙан ауыртыуын баҫа. Тик күп кенә емештең химикаттар менән эшкәртелеүен иҫәпкә алғанда, тышын файҙаланмау яҡшы.
Кемдәргә ярамай?
Кемдең бауырына бәйле ниндәйҙер проблемаһы бар, уларға грейпфрут ашарға ярамай, сөнки хәлде ҡатмарлаштырасаҡ ҡына.
Иртәнсәк ас ҡарынға грейпфрут һут эсеүҙең икенсе яғы ла бар: емештең кислоталылығы күп булғанлыҡтан, тештең эмаленә зыян килтереү хәүефе юғары. Ошо уҡ сәбәп ашҡаҙан менән эсәктәрҙе һәм бөйөрҙәрҙе лә елһендереүе ихтимал. Шуға күрә сей яра булғанда, гастрит, энтерит, колит ваҡытында, шулай уҡ гепатит, нефрит һәм холецистит менән ауырығанда грейпфрут ашарға тәҡдим ителмәй.
Ә инде ҡатындарға ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы препараттар ҡулланғанда был емеште ашау тыйыла. Сөнки ул дарыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген тулыһынса юҡҡа сығарып, хатта сәләмәтлеккә зыян килтереүе лә ихтимал. Был емеште ҡан баҫымын төшөрөүсе препараттар менән дә бергә ҡулланырға ярамай, сөнки ул был дарыуҙарҙың таралыуын тотҡарлай.