+26 °С
Болотло
Кисә көндөҙ Өфөнөң Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә, Ферин урамынан Сельская Богородская урамы буйлап йәйәүлеләр үткәүеленә боролғанда ҡар таҙартыусы техника юл билдәһен төкөй, тип хәбәр итәләр. Был ваҡытта 35 йәшлек ҡатын тап шул ерҙән үтеп барған – конструкция туп-тура уның өҫтөнә төшкән.
Баш ҡалалағы Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, йәрәхәтләнеүсе тикшереү өсөн дауаханаға оҙатылған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов