Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 21:33

"Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен көсәйтә

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенең эше әүҙемләште.   

"Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен көсәйтә
"Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен көсәйтә

 

 Ирекмәндәр колл-үҙәктә граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләй, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек тарата, медицина ойошмаларына һәм табиптарға ярҙам итә.   

Бөгөн Өфө районының Михайловка ауылында автоирекмән Гөлшат Ҡәйүмова үҙенең шәхси автомобилендә табипты пациенттарҙың өйҙәренә йөрөтткән.  Коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күбеһе бөтә ғаиләһе менән үҙҡурсалау режимында өйҙә ята.     Михайловканың участка терапевты Мөхәмәт Мамадалиев әйтеүенсә,  һуңғы ваҡытта  табипты өйгә саҡыртыуҙар көндән-көн арта бара.

«Михайловка ауылында бөтәһе дүрт терапевт участкаһы бар. Һөр белгескә көнөнә   20 – 50 саҡыртыу була. Ошоға бәйле автомобилдәргә ҡытлыҡ барлыҡҡа килде.  Беҙгә ярҙамға килгән автоирекмәндәргә ҙур рәхмәт”, – ти ул. 

 Бынан тыш, ирекмәндәр колл-үҙәктә  граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү буйынса ла әүҙем эшләй. Мәҫәлән, популяр йырсы Рәдиф Зарипов бөгөн оператор сифатында шылтыратыуҙарҙы ҡабул иткән. Бынан тыш, ул Өфөнән күп балалы ғаиләгә йылы төшкө аш алып барып та килгән.   

«Беҙ, артистар һәм башҡа һөнәр кешеләре республика халҡына ярҙам итергә тейешбеҙ, тип иҫәпләйем.  Айырыуса ошо еңел булмаған осорҙа. Битараф булмағандарҙың барыһын да был изге акцияға ҡушылырға саҡырам», – ти Рәдиф Зарипов.

Үҙҡурсалау режимы шарттарында ирекмәндәр оло быуын вәкилдәренә һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға  аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алып килеүҙә ярҙам күрһәтә.  

 “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәккә  аҙнаһына бөтә республиканан ике меңдән ашыу шылтыратыу була. Беҙ көн һайын граждандарҙың төрлө йүнәлештәге мөрәжәғәттәре менән эшләйбеҙ, – ти проекттың кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина. – Әле нигеҙҙә өйҙә дауаланып ятыусы кешеләр мөрәжәғәт итә”.

Колл-үҙәккә көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға  тиклем   8-800-201-89-03 телефон һандары буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: