Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2022, 12:19

Бөгөн – Таможня хеҙмәткәре көнө

Халыҡ-ара статусы бар. 

Бөгөн – Таможня хеҙмәткәре көнө
Бөгөн – Таможня хеҙмәткәре көнө

Был иҫтәлекле көн 1983 йылда булдырылған. Тарихы 1953 йылдың 26 ғинуарына барып тоташа. Ул ваҡытта Брююселдә таможня хеҙмәттәшлеге советы төҙөлә (1994 йылдан – Бөтә донъя таможня ойошмаһы). Рәсәйҙә айырым таможня хеҙмәткәре көнө бар, ул октябрҙә билдәләнә.

Был хеҙмәт бик кәрәкле. Сөнки сиктән нимә генә сыҡмай, һәр береһен контролләргә кәрәк. Өҫтәүенә, таможня иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә бик мөһим.

Таможня бик борон да булған, буғай. Беҙҙең эраның III – VI быуаттарында булған Пальмира ҡалаһы урынында ҡаҙыныу эштәре ваҡытында төрлө билдәләр баҫылған бер ҙур таш табылған. Фаразлауҙарынса, унда таможня аша үткәндә һуғыла торған һандар, мәғлүмәттәр баҫылған.

Ҡыҙыҡлы факттар

Интерпол мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 30 мең маймыл, биш миллион ҡош, 10 – 15 миллион һөйрәлеүсе, 500 – 600 миллион декоратив балыҡ законһыҙ һатыла. Таможняна нисек алып сығалар икән?

“Ҡоро закон” осоронда АҠШ-ҡа алкоголь диңгеҙ аша килгән. Контрабандистар ярҙа таможня хеҙмәткәрҙәрен күреү менән спиртлы йәшниккә тоҙ йә шәкәрле тоҡто бәйләп һыуға ташлаған. Күпмелер ваҡыттан тоҡтағылар иреп бөткән һәм алкоголь тулы йәшниктәр кире өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, имеш.

2003 йылда Япония таможняһы бер кешенең ашҡаҙанында 47 пакетҡа һалынған 700 грамлыҡ героин тапҡан. “Йөк”төң дөйөм хаҡы 440 мең долларлыҡ булған.

“Аполлон – 2” йыһан карабы Айҙан ҡайтҡанда экипаж ағзалары таможня контроле аша үтергә тейеш булған. Бланктарҙа барыу урыны Ай тип күрһәтелгән, декларацияға космонавтар алып ҡайтҡан Ай таштары ла яҙылған.

Бөгөн – Таможня хеҙмәткәре көнө
Бөгөн – Таможня хеҙмәткәре көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: