Иң мөһиме - эштәрҙе ваҡытында тамамлау. Төҙөү-монтажлауға былтыр йәй тотондолар. Юлды 2023 йылдың өсөнсө кварталына тапшырырға тейештәр. Был объектты һалыуға республика ҡаҙнаһынан 1 416,7 млн һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Төҙөлөш тамамланыуын Зинин, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипово, Блохино, Охлебинино ауылдары халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Юл тимер юлы аша үтә, уны сығыу өсөн ҡайһы берҙә сәғәттән ашыу көтөргә тура килә. Бынан тәүлегенә уртаса 25 мең автомашина үтә. Яңы юл иһә булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итәсәк.
Фото: Минтранс РБ.