Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 11:51

ЦУР юлдарҙы таҙартыу, пенсия тураһында хәбәр итте

БЮТ телеканалының бөгөнгө "Сәләм"ендә #ЦУРБашкортостан үҙәгенән мөһим темалар буйынса сығыш яһанылар.

ЦУР юлдарҙы таҙартыу, пенсия тураһында хәбәр итте
ЦУР юлдарҙы таҙартыу, пенсия тураһында хәбәр итте

Федоровка районының Яңы Софиевка ауылы халҡы 2022 йылдың 23 ғинуарында Радий Хәбировтың соцселтәрҙ сәхифәләренә таҙартылмаған юлдарға зарланып яҙған. Был хәбәрҙе Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары эләктергән һәм беҙ уны Федоровка районыны хакимиәтенә ебәрҙек. Бер тәүлек эсендә, 24 ғинуар, ауыл халҡы яҙған Беренсе урамы юлы ҡарҙан таҙартылды.

Шулай итеп #ЦУРБашкортостан аша хәбәрҙәр оператив рәүештә эшкә алына. Үҙәк белгестәре уларҙы хәл итеү өсөн профиль буйынса ведомствоға ебәрә.

 2022 йылда пенсия өлкәһенә ҡағылышлы яңылыҡтар бар. Пенсия йыл һайын үҙгәрештәр кисерә, ә 1 ғинуарҙан иһә уны 8,6 % индексларға ҡарар ҡабул ителде. Бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй! Пенсия фонды белгестәре үҙҙәре барыһын да эшләйәсәк, 2022 йылдың ғинуар айы өсөн түләүҙе лә ҡушып һанаясаҡ.

Килеп тыуған һорауҙар менән Рәсәй Пенсия фондының төбәк бәйләнеш үҙәгенә шылтыратырға мөмкин: 8 (800) 600-02-21.

 Традицион статистика: Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары һуңғы тәүлек эсендә юл темаһына 113 хәбәр, һаулыҡ һаҡлау буйынса 77 хәбәр, халыҡты социаль яҡлау буйынса 64 хәбәр теркәне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: