– Балалар өсөн мөғжизәгә ышаныу мөһим. Бындай хәйриә проекттары ғәҙәти булмаған урындарҙа булырға, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға, тағы ла ҡайһы бер һөнәрҙәр менән танышырға ла мөмкинлек бирә, – тип белдерҙе Мәскәү ҡалаһының Финанс департаменты вәкиле.
Елисейҙың әсәһенең һүҙҙәренсә, акция хаҡында улар осраҡлы рәүештә генә туғандарынан белеп ҡалған.
- Һынап ҡарарға булдыҡ та, хат яҙҙыҡ. Беҙгә көтмәгәндә Мәскәүҙең Финанс департаментынан Елисейҙы Өфө ҡалаһы аэропортында көтөүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Был Елисей өсөн иң ҙур мөғжизә, бик ҙур байрам, беҙ уның өсөн бик шатбыҙ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара Наумова.
– Финансист хеҙмәттәштәргә һәр ваҡыт ярҙам итеү ҡыуаныслы. Бигерәк тә балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барғанда. Беҙ, Елисейҙың авиацияға ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артыр, тип ышанабыҙ. Бәлки, был техник фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнергә лә этәрер, - тине Башҡортостан Республикаһының Финанс министры Лира Иғтисамова.
Аэропортҡа Елисей һәм уның һеңлеһе Есения Лира Иғтисамова оҙатыуында килгәйне.
Елисейға аэропортты, диспетчер пунктын күрһәттеләр, пилот ролендә лә булып ҡараны. «Өфө» аэропортының самолеттарҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илдар Шиһапов самолеттың һәм пилот кабинаһының ҡоролошон күрһәтте, шулай уҡ хәҙерге заман лётчиктарының кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләне.
– Мөғжизәләр һәм теләктәр тормошҡа аша, быға ышанырға ғына кәрәк! – тине ғорурланып Елисей.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған Яңы йылдың изге теләктәр марафоны 28 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54653.