Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 10:02

Социаль селтәрҙә ҡайһы хакимиәт башлығы әүҙем?

Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге (ЦУР) бөгөн иртән БСТ каналында ҡала һәм район башлыҡтары тураһында һөйләне.

Социаль селтәрҙә ҡайһы хакимиәт башлығы әүҙем?
Социаль селтәрҙә ҡайһы хакимиәт башлығы әүҙем?

Муниципалитеттар башлыҡтары социаль селтәрҙә барлығы 272 шәхси сәхифә алып бара. Тағы ла 280 битте район хакимиәттәре теркәгән һәм әүҙем яҙа.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса яҙылыусылар һаны буйынса лидер (171 696) – Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев. Былтыр “Бәйләнештә” иң күп мәҡәләне (868) Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов ҡуйған. Белорет районы етәксеһе  Андрей Иванютаның сәхифәһенә иғтибар (теге йәки был хәбәргә реакция) иң ҙуры булған (144 572).

Муниципалитет сәхифәләренә килгәндә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса дүрт социаль селтәрҙә бөтәһенән дә күберәк яҙылыусылар Өфө хакимиәтендә (253 198) һәм райондар араһында – Дүртөйлө районында (12 417).

Яҙмалар һаны буйынса лидерҙар – Октябрьский ҡалаһы (5 509) һәм Бөрө районы (3 685) хакимиәттәре.

Иҫегеҙҙәлер, Радий Хәбиров 2020 йылдың октябрендә район башлыҡтарына социаль селтәрҙәрҙә сәхифә алып барыу бурысы йөкмәтте.

Фото: "Башинформ".

Отметим, что присутствие органов власти в соцсетях позволяет жителям напрямую в удобном формате обращаться в профильные министерства, ведомства и учреждения. 

По поручению Минцифры РФ специалисты Центров управления регионами России и АНО «Диалог» помогают оформлять и продвигать официальные страницы госорганов и организаций, а также работать с жалобами людей.   – Больше всего госпабликов представлено ВКонтакте – почти 40 тыс. пабликов (57%), еще 14 тыс. – в «Одноклассниках» (20%). В зарубежных соцсетях их значительно меньше. На январь 2022 года у пабликов органов власти и бюджетных учреждений, по нашим оценкам, совокупно 55 млн подписчиков, – рассказал заместитель генерального директора АНО «Диалог Регионы» Андрей Цепелев.

Социаль селтәрҙә ҡайһы хакимиәт башлығы әүҙем?
Социаль селтәрҙә ҡайһы хакимиәт башлығы әүҙем?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: