Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 15:48

Сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнәйек

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре ошондай кәңәш бирә.

Сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнәйек
Сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәнәйек

«Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың төбәк операторҙары 51 мең тонна сүп-сар сығарған. Күҙ алдына килтерегеҙ! Етмәһә, ҡар күп яуып, сүп-сар бактары күмелде. 

Тап ошо арҡала Ленин районының Комлев урамында контейнерҙар махсус майҙансыҡтан юл ситтәренә шылдырылған. Халыҡ күпләп мөрәжәғәт иткәс кенә бактарҙы урынына ҡуйҙылар. 

Сүп-сар эшкәртеү мәсьәләһе бөгөн иртән «Сәләм» тапшырыуында ла күтәрелде.

2024 йылға тиклем республикала 10 сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөләсәк. Әммә уларҙы тулы ҡеүәтенә эшләтеү өсөн ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын яйға һалырға кәрәк. Шуға күрә һәр кем үҙенән башларға тейеш, өйөндә үк сүпте айырып һалырға тейеш. Был тәбиғәтте һаҡлау өсөн бик кәрәк һәм мөһим. Белгестәр өйҙә ҡый өсөн кәмендә ике биҙрә тоторға кәңәш итә. 

Һуңғы тәүлектә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы 52 мөрәжәғәт килгән. Беренсе урында юлдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартыу темаһы (113), икенсе урында һаулыҡ һаҡлау, өсөнсөлә сүп-сар», - тип хәбәр итәләр ЦУР белгестәре.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: