Магазиндан һатып алған цитрустың орлоғон сәсергә була. Емеш төньяҡҡа ҡарап торған тәҙрәгеҙ төбөндә 10-15 йылдан уңыш бирәсәк.
Гөл өсөн орлоҡто лимондан алыу менән сәсегеҙ. Кипкән орлоҡ оҙаҡ шыта. Тупраҡ өсөн япраҡ серетмәһе, эре йылға ҡомо, тупраҡҡа әйләнгән тиреҫ кәрәк. Был состав нейтраль, уңдырышлы була, һауаны еңел үткәрә. Һауытты пленка менән ҡаплап, 20-22 градус йылылыҡ булған ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. Үҫентеләр морон төрткәс, яҡтылыҡҡа сығарығыҙ. Лимон көйһөҙ үҫенте түгел. Аҙнаһына бер мәртәбә һыу һибеү ҙә етә. Хатта йәйгеһен тышҡа сығарып ултыртырға ла мөмкин. Йәйге селләлә һәм ҡыш көнө бүлмә ҡоро булғанда, япраҡтарын һыу менән ҡойондороп тороғоҙ.
Авокадонан емеш алыуға өмөтләнеү урынһыҙ. Бик һирәк осраҡта ул ғына емеш бирә. Ул гөл фитонцидҡа бай. Өлгөргән емеште йыуып, дренажлы тупраҡҡа 2,5 см тәрәнлегендә сәсергә кәрәк.
Хөрмә ағасы авокадо кеүек матурлыҡ өсөн ултыртыла. Уның орлоғон ике көнгә һыуға һалып, көнөнә өс мәртәбә алмаштырып торорға онотмағыҙ. Магазинда «Пальма өсөн» тип аталған тупраҡҡа 1,5 см тәрәнлегендә ултыртырға. Өҫтөн пленка менән ҡаплап тоторға.
Фото:domashniecvety.ru