Зәйтүн майында организмға кәрәкле антиоксидаттар, башҡа файҙалы матдәләр күп. Шуға ла уны салат эшләгәндә ҡулланалар, дауаланыу өсөн лимон һуты һалып та эсәләр. Тик майҙы кибеттәрҙә дөрөҫ һайларға кәрәк.
Был майҙың иң ҙур дошманы – ҡояш нурҙары һәм кислород. Шуға ҡараңғы төҫтәге быяла шешәләгеһен алырға тырышығыҙ. Уны газ, электр плитәһенән алыҫыраҡ урында, шкафта һаҡлағыҙ. Әсе тәм ингән май ҡулланыуға яраҡһыҙ.
Майҙың сифатын нисек тикшерергә? Һыуытҡысҡа бер көнгә ҡуйып тороғоҙ ҙа, төбөн ҡарағыҙ. Әгәр ҙә төбөндә аҡ ултырма хасил булған икән, май сифатлы. Бүлмә температураһында ул ҡабат үтә күренмәлегә әүереләсәк. Шуны ла онотмағыҙ : майҙы 180 градусҡа тиклем йылытҡанда антиоксиданттары тарҡалып бөтә. Сифатлы зәйтүн майы арзан булмай. Һалҡын ысул менән һығылғаны “Extra Virgin” билдәһе менән тамғалана.