“Омикрон”-штаммы шулай уҡ ҡурҡынысмы, унан нисек һаҡланырға? Балалар өсөн хәүефләнергә урын бармы? СПИД үҙәгенең халыҡты иммунопрофилактикалауҙы ойоштороу бүлеге етәксеһе Гүзәл Ғәбитоваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Ковидтың сираттағы тулҡыны алдынан ни өсөн вакцина эшләтеү мөһим?
— Ниндәй генә инфекция булмаһын, унан иң яҡшы һаҡланыу сараһы булып вакциналаныу тора. Вакцина зарарланыуҙан һаҡламай, ә ауырыуҙың ауыр үтеүененән, уның эҙемтәләренән һаҡлай. Вакцина эшләткән кешеләр сирҙе 98 – 99 процент еңелерәк үткәрә һәм өҙклөктәргә килтереү хәүефен кәметә. Билдәле булыуынса, бер генә инфекция ла эҙһеҙ үтмәй, уның организмға йоғонтоһо кеше ауырып бөткәс тә һиҙелә.
— Ковид менән ауырыған һәм сирле кеше менән мөнәсәбәттә булған кешеләр өсөн ни өсөн үҙҡурсалау режимын тотоу мөһим?
— Ковид менән ауырыған кеше инфекция таратыусы булып тора, шунлыҡтан, һис һүҙһеҙ, уларға үҙҡурсалау режимын тотоу кәрәк. Кемдәр ковид менән ауырыусылар менән бәйләнешкә ингән, улар ҙа шулай уҡ инфекция таратыусы булыуы бар. Ул ғына ла түгел, прививка эшләтеүселәр ҙә вирус таратыуы ихтимал, сөнки улар ҙа сирҙең бер ниндәй билдәһе булмаһа ла, ауырып йөрөүе мөмкин. Шунлыҡтан үҙҡурсалау режимы барыһына ла кәрәк, шулай уҡ дистанция һаҡлау, битлек, бирсәтәкәләр кейеп йөрөү тураһында оноторға ярамай.
— “Омикрон”-штаммының инкубация осоро үҙенсәлектәре тураһында ни әйтерһегеҙ?
— Коронавирустың яңы төрө, ҡағиҙә булараҡ, тынысыраҡ үтә. Шунлыҡтан сирләгән кешеләр күберәк амбулатор шарттарҙа дауалана. “Омикрон”-штаммының инкубация осоро ла ҡыҫҡараҡ, алда билдәле булған штамдарҙа ул 5 – 7 көн тип иҫәпләнһә, “омикрон”да 2 – 3 көнгә тиң. Йәғни сирләгән кеше менән бәйләнешкә ингәндән һуң, ике-өс көндән ауырыуҙың билдәләре күренә башлауы ихтимал.
— Балаларҙы “омикрон”дан нисек һаҡларға? Балалар коронавирустың был төрөн ауырыраҡ үткәрә, тигән һүҙ дөрөҫлөккә тап киләме? Ни өсөн?
— Был һорауға табип-инфекционист тулыраҡ һәм дөрөҫөрәк яуап бирер ине. Нисек кенә булмаһын, ковид менән балалар ҙа ауырый. Әлегә тиклем балалар инфекцияны еңелерәк үткәрә, тигән фекер өҫтөнлөк итте. Әлбиттә, “омикрон”-штаммына бәйле, төрлө фекерҙәр йөрөй. Һәр осраҡта һаҡланыу сараһын күреү мөһим. Әле 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн “Гам-Ковид-Вак М” (“Спутник М”) вакцинаһы бар. 12 йәштән кесе балалар өсөн дә ковидтан һаҡланыу сараһы уйлап табылыр, тип ышанам.