Унда шәкәр юҡ, шунлыҡтан диабет менән ауырыусыларға ла бал ашарға ярай. Күптәр ошондай фекерҙә. Ғөмүмән, беҙ балды күп ауырыуҙарға дауа булған шифалы ризыҡ тип беләбеҙ. Әммә барыһына ла түгел икән шул. Мәҫәлән, диабетиктарға бал ашау тыйыла, айырыуса 2-се тип диабет менән ауырыусыларға. Ни өсөн? Был һорауға асыҡлыҡ индереп үтәйек.
Балдың составы
Бал 13 – 22 процент һыуҙан тора һәм 75 – 80 процент углеводтарҙан. Балдағы углеводтар – фруктоза (38%), глюкоза (31%),дисахаридтар һәм полисахаридтар (10 %), тағы ла мальтоза, мелицитоза кеүек башҡа шәкәрҙәр.
Шулай итеп, бал күберәк иң ябай шәкәрҙәрҙән – моносахаридтарҙан тора (глюкоза менән фруктоза). Улар шундай уҡ үҙләштерелә һәм туранан-тура ҡан әйләнешенә барып эләгә. Ул – организмдың кәрәк-ярағына тотонолоусы тап-таҙа энергия йәки шунда уҡ висцераль йә тире аҫты майы рәүешендә запасҡа йыйыла.
Дарыумы, әллә...
Ҡандағы шәкәр йәки, икенсе төрлө әйткәндә, ҡандағы глюкоза балдың глюкозаһы кеүек үк структураға эйә. Тимәк, бер генә ҡалаҡ бал да ҡандағы глюкоза кимәлен тиҙ арала күтәрергә һәләтле. Сәләмәт кешенең ашҡаҙан аҫты биҙе глюкозаны күҙәнәктәргә урынлаштырыу өсөн тиҙ генә кәрәкле кимәлдә инсулин бүлеп сығара.
1-се тип диабет булғанда, бараһы ла ябай: башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡулланған кеүек үк балға ҡарата инсулиндың тейешле дозаһын белергә генә кәрәк. Ә 2-се типтағы даибетта хәл күпкә ҡатмарлыраҡ. Ҡулда “һә” тигәнсе ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүсе ҡорал юҡ. Шуға күрә иң яҡшыһы – балды туҡланыу рационынан алырға. Файҙаһына ҡарағанда зыяны күпкә күберәк булыуы ихтимал.
Ҡасан ярай?
Табиптар ауырыуҙың был хәлен “гипогликемия” тип атай, ә пациенттар “хәлһеҙлек”, “шәкәрҙең ҡапыл төшөүе” тип аңлай. Бына ошо осраҡта балдың ысынлап та файҙаһы тейә. Тиҙ үҙләштерелеүсе глюкоза булараҡ, ул йәһәт кенә ҡандағы шәкәр кимәлен күтәреп, организмға хәл индерәсәк. Был осраҡта ҡыйыу рәүештә балды “ашығыс ярҙам” тип әйтергә мөмкин.
Мөһим ҡағиҙәләр
* Бер ҡасан да балды көндәлек норманан (1 балғалаҡ) артыҡ ҡулланмағыҙ. Был яҡынса 5 г, ул иһә 5 г углеводҡа йәки 0,5ХЕ һәм 200 ккалорияға торошло.
* Иң яҡшыһы балды ас ҡарынға түгел, ә ашағандан һуң ашарға. Ул ваҡытта бал яйыраҡ үҙләштерелә һәм ҡанға ла тиҙ генә барып эләкмәй. Был иһә ҡандағы шәкәр кимәленең ҡапыл күтәрелеүенән һаҡлай.
Фото:Т.Аманов.