Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 15:04

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  төбәктә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау  буйынса оператив штабтың  видеоконференция форматында ултырышын үткәрҙе.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде
Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде

   Көн тәртибендә – һаулыҡ һаҡлау системаһының амбулатор звеноһын көсәйтеү, ковидҡа ҡаршы прививкалау кампанияһы темпын үҫтереү, вакцина эшләтмәүселәр өсөн санитар-эпидемиологик  нормаларҙы һәм сикләү сараларын күҙәтеү. 

***

Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин,   республика COVID-19-ҙың яңы тулҡынының әүҙем фазаһына инә, тип билдәләне.  Республикала коронавирус менән зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе  25 ғинуарға ҡарата 128 050 кешегә еткән. Тәүлек эсендә   388 кешелә   яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Бөтәһе  118 711 кеше ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шуларҙың   259-ы – һуңғы тәүлектә.  

Максим Забелин әйтеүенсә, коронавирус таралыуыға бәйле, республиканың Асҡын, Салауат,Илеш, Ҡариҙел, Стәрлебаш райондары  һәм Ағиҙел ҡалаһы хәүеф зонаһына инә.  Радий Фәрит улы был биләмәләрҙә санитар-эпидемиологик хәлде нормаға килтереү буйынса саралар күререгә ҡушты.   

  “Омикрон”-штаммының ныҡ зарарлы булыуына бәйле, республика Башлығы дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, ведомство учреждениеларына һәм  башҡа эш биреүселәргә  мөмкин тиклем хеҙмәткәрҙәрҙе  ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Шулай уҡ оператив штаб ултырышында стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын автономиялы эш режимына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: