Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 17:20

Өфөләге ҡайһы бер һөнәр әйәләренең эш хаҡы 40 процентҡа артасаҡ

Эш хаҡы артыуы кемдәргә ҡағыла, сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Өфөләге ҡайһы бер һөнәр әйәләренең эш хаҡы 40 процентҡа артасаҡ
Өфөләге ҡайһы бер һөнәр әйәләренең эш хаҡы 40 процентҡа артасаҡ

Өфө хакимиәте ҡала урамдарында тәртип булдырыуҙа ҡатнашҡан муниципаль предприятиелар һәм бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн 263 миллион һум аҡса бүлде. 2022 йылдың февраленән ҡар таҙартыу техникаһы водителдәре һәм юл эшселәре эш хаҡының артыуын тоясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте президиумы ултырышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков.

  • Ял көндәрендә эшләүҙәрен иҫәпкә алмайынса, механизаторҙарҙың һәм водителдәрҙең минималь эш хаҡы 45 мең һум тәшкил итәсәк, ә ял көндәре менән – уртаса 60 мең һум. Бишенсе разрядлы юл эшселәре – 32 мең һум, ә ял көнө менән уртаса 40 мең һум аласаҡ. Эш хаҡының үҫеше 25–40 процент тәшкил итәсәк, - тине мэр.

 

Ҡала мэры әйтеүенсә, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә көсөргәнешле хеҙмәт өсөн өҫтәмә түләүҙәр индерелде. Водителдәр һәм механизаторҙар юғары йөкләмә өсөн тарифҡа ҡарағанда 75 процентҡа күберәк эш хаҡы  ала, юл эшселәре иһә 14 процентҡа күберәк. Хеҙмәткәрҙәрҙең бөтә өс категорияһына ла айлыҡ премиялар 100 процентҡа тиклем арттырылды. Әлегә тиклем водителдәр һәм механизаторҙар – 70 процент, ә юл эшселәре 60 процент ала ине. Был саралар Өфөнөң коммуналь тармағына эшсе көстәрҙе йәлеп итеүһәм әле эшләп йөрөгәндәрҙе дәртләндереү өсөн ҡабул ителде. Быйыл ҡыш ҡалала күҙәтелгән ҡар коллапсы баш ҡала урамдарында эшселәр һәм техника етмәүе менән аңлатыла, тине мэр. Уның һүҙҙәренсә, урамдарҙы төҙөк хәлдә тотоу өсөн яуаплы хеҙмәттәр штаттағы һандың 60 процентын ғына тәшкил итә.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: