Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 16:55

Эт- бесәйҙәрҙе теркәйәсәктәр

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау һәм иҫәпкә алыу тураһында федераль башланғысты хупланы.

Эт- бесәйҙәрҙе теркәйәсәктәр
Эт- бесәйҙәрҙе теркәйәсәктәр

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау һәм иҫәпкә алыу тураһында федераль башланғысты хупланы. Төбәк парламенты мәғлүмәттәре буйынса, ил БР Ауыл хужалығы министрлығы ветеринария өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән законға тейешле төҙәтмәләр әҙерләй.

2021 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошондай уҡ тәҡдимдәрҙе индергәйне. Ләкин ул саҡта закон проекты парламенттың профилле комитетының һәм хоҡуҡ идаралығының ыңғай һығымталарын алһа ла, беренсе уҡыуҙы үтмәне.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау бер нисә мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирә. Чиплау ярҙамында хужаларға юғалған хайуандарҙы табыуы еңелерәк буласаҡ. Бынан тыш, кешеләргә һөжүм иткән эт хужаларын эҙләү еңелләшә. Шулай уҡ эт, бесәйҙәрен урамда ҡалдырған хужаларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин буласаҡ.

 

Фото:kinpet.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: