Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 15:19

Был аҙыҡтарҙы йышыраҡ ашарға кәрәк!

 Организмды  файҙалы матдәләр менән байытып тороу өсөн, аҙыҡтарҙы төрләндереп тороу мөһим.

Был аҙыҡтарҙы йышыраҡ ашарға кәрәк!
Был аҙыҡтарҙы йышыраҡ ашарға кәрәк!

  Бал. Ул иммунитетты нығыта һәм иң яҡшы энергия сығанағы булып тора.  Өйөгөҙҙә бар бар икән, шәкәр хаҡында онотоп торорға мөмкин!  

Банан. Унда мускулдарға көс өҫтәүсе калий күп. Бынан тыш, банан йөрәккә яҡшы йоғонто яһай һәм  инсульттан һаҡлай.   

Геркулес. Ул ҡан тамырҙарын таҙарта һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалай.  Өҫтәүенә, уның калорияһы ла әҙ. 

Шпинат. Унда А,С,К  витаминдары, антиоксиданттар һәм тимер күп.  Улар мускулдар массаһын арттырырға ярҙам итә.

Зәйтүн майы. Ул А һәм К витаминдарын үҙләштерергә ярҙам итеүсе Е витаминына бай. Был май организмды йәшәртә, ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.   

 Алма. С витаминына бай. Бынан тыш, ул яман шеше күҙәнәктәренең  үҫешен тотҡарлай, үпкә, йөрәк һәм аш эшкәртеү  юлы эшмәкәрлеген яҡшырта.   

Йогурт. Унда аш эшкәртеүҙе яҡшыртыусы һәм  иммунитетты нығытырға булышлыҡ итеүсе кальций һәи пробиотиктар күп.  Өҫтәүенә. Эштең ҡыҙыу мәлендә тамаҡ ялғап алыу ысулы булараҡ та яҡшы.  

 Һөмбаш балығы (Лосось). Унда ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итеүсе һәм яман шештән һаҡлаусы  омега-3 майы күп. Бынан тыш, уның сәстәргә файҙаһы ҙур һәм депресссиянан арынырға ярҙам итә.

Кишер.  Уның составында бета-каротин күп.  Билдәле булыуынса, был матдә  күреү һәләтен яҡшырта һәм онкология  сирҙәре менән ауырыу хәүефен кәметә.  Кишер яҡшы үҙләштерелһен өсөн уға ҡаймаҡ йә көнбағыш майы ҡушып ашарға кәңәш ителә. 

Ҡара көртмәле. Ул организмда ҡартайыу процесын тотҡарлай  һәм күреү һәләтен яҡшырта. Бынан тыш, ҡара көртмәле хәтерҙе яҡшыртыу үҙенсәлегенә лә эйә.    

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: