Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 16:40

Бер нисә көн генә ҡалды

1 февралдә 2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теләүселәрҙе теркәү тамамлана.  

Бер нисә көн генә ҡалды
Бер нисә көн генә ҡалды

 

Ғаризала Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға күҙаллаған фәндәрҙе күрһәтергә кәрәк. Бер нисә  предметты ла  мөмкин.

Быйыл мәктәпте тамамлаусылар һынауҙы тапшырыуға ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа.

Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән БДИ тапшырыу теркәлгән урындарға ғариза бирергә тейеш.

Документты уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар үҙҙәре, уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) йәки вәкиллекле кешеләр паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә бирә.

Уҡыусылар һәм уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ғариза биргәндә психологик-медик-педагогик комиссия тәҡдимдәренең күсермәһен, ә инвалид булғандар белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен күрһәтергә тейеш.

Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусыларға ғариза тапшырғанда белем тураһында документтарҙың төп нөсхәһен йәки уларҙың раҫланған күсермәһен күрһәтеү талап ителә.

1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар ғариза биреүсенең документтар менән раҫланған етди сәбәптәре булған осраҡта ғына Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса һәм имтихандар башланғанға тиклем ике аҙна алдан ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-03-81 һәм 8 (347) 218-03-28.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: