Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 13:48

Бер быуатлыҡ ғүмер

15 ғинуарҙа Шишмә районында йәшәүсе Миңлеғаян Вәлиеваға 100 йәш тулған.

Бер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер

 Благовар районында тыуып үҫкән инәйҙең тормошо аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш осорона тура килә. Ул бәләкәйҙән атай-әсәйһеҙ ҡалып, колхозға эшкә сығырға мәжбүр була.

Һуңыраҡ заводта, тимер юлдарында, элеваторҙа эшләй. Ауыр яҙмыш һынауҙарына дусар булыуға ҡарамаҫтан, Миңлеғаян Әбделнәғим ҡыҙы бирешмәй. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бүләк итә. Уларҙы оло тормош юлына баҫтыра.

Инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәшәү дәртен юғалтмаған, йәйгеһен еләккә йөрөй, балаларына ярҙамлаша. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре өсөн лайыҡлы үрнәк. Ошо көндәрҙә юбилярҙы Шишмә районы хакимиәте етәкселеге һәм ветерандар советы ҡотланы.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: