Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2022, 19:27

Бөгөн төндә Баймаҡ ҡалаһында өс ир һуғышҡан...

Бөгөн төнгө сәғәт берҙә Баймаҡ ҡалаһының Стаханов урамындағы кафе алдында өс ир һуғышҡан. Был турала билдәле булыу менән ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм юлланған. Улар менән бергә тиерлек килеп еткән "Тиҙ ярҙам" бригадаһы ике ирҙе дауаханаға алып киткән. Табиптар нисек кенә тырышмаһын, яраланған ирҙәрҙең береһе, Баймаҡтан 49 йәшлек ир, йән биргән. Икенсеһе, 34 йәшлек ир, дауаханала ята. Өсөнсө ир ҡасып өлгөргән...

Бөгөн төндә Баймаҡ ҡалаһында өс ир һуғышҡан...
Бөгөн төндә Баймаҡ ҡалаһында өс ир һуғышҡан...

Билдәле булыуынса, был өс ир кафела спиртлы эсемлектәр эсеп ултырған. Шунан мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға урамға сыҡҡандар. Һуғышып киткән ике ирҙең береһе бысаҡ сығарған да, 34 йәшлек иргә сәнскән. Уларҙы араларға маташҡан 49 йәшлек иргә лә бысаҡ менән сәнскәс, тая һалған. Видеокамераларҙағы яҙмалар буйынса уның шәхесен тиҙ арала асыҡлағандар. 27 йәшлек ир Баймаҡ ҡалаһынан, кешенең һаулығына зыян килтергәне, урлашҡаны һәм машина урлағаны өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Ул автовокзал янындағы коллектив гараждар араһында ҡасып йөрөгәндә тотолған - йәһәтерәк Өфөгә тайырға уйлаған булған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: