Әйткәндәй, ир-аттарҙың бил үлсәме 101 сантиметрҙан да йыуанайһа, уйланһын.
Күптәрҙә “һыра ҡорһағы” барлыҡҡа килә. Хатта һыра эсмәһәләр ҙә. Эндокрин системаһында проблема булһа, кешенең эсен май баҫа башлай. Тире аҫтындағы май ул тиклем ҡурҡыныс түгел әле. Күренмәгәне бар: бауырҙа, бөйөрҙә, башҡа ағзаларҙа. Айырыуса ошо висцераль майға иғтибар итергә кәрәк. Ул углеводлы-майлы ризыҡтан туплана. Мәҫәлән, фритюрҙа бешерелгән тәмлекәстәр йә майлы кремлы булкалар.
Ә ҡайһы бер майҙар һәм углеводтар организмға висцераль майҙан арыныу өсөн кәрәк. Улар авокадола, имбирҙә, күк көртмәлелә була.
Авокадоны көндөҙ ашарға, имбирҙе сәйгә ҡушырға, көртмәлене тәүлегенә 200 грамм ашарға кәңәш итәләр.