Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 15:53

Яңы закон проекты ҡарала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар тәүге уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү тураһында» Башҡортостан Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын ҡараясаҡ.

Яңы закон проекты ҡарала
Яңы закон проекты ҡарала

– Документ республика бюджеты иҫәбенә ауыл хужалығы етештереү тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкин булған төп йүнәлештәр исемлеген киңәйтергә тәҡдим итә, – тип хәбәр итә парламент рәйесе Константин Толкачев. – Был исемлеккә яҡшыртылған характеристикалы ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереү инәсәк. Дәүләт ярҙамы кредит ресурстарының асыҡлығын арттырыу, хәүефтәрҙе страховкалау, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәтеүҙән ғибәрәт.

Ҡоролтай спикеры һүҙҙәренсә, «яҡшыртылған характеристикалар» етештереүҙә тик сифатлы сеймал һәм «таҙа» технологияларҙы файҙаланыуҙы, ген инженерияһы алымдарын, ионлы нурланыш ҡулланмауҙы күҙ уңында тота. Ә махсус талаптар төргәккә лә ҡуйыла: ул ҡабаттан эшкәртелә торған йәки биотарҡалыусы материалдарҙан эшләнергә тейеш.

Депутаттар закон проектын хуплаған осраҡта, яҡшыртылған характеристикалы аҙыҡ-түлек етештереүселәргә дәүләт ярҙамы тураһында положение 1 мартта көсөнә инә. Шул уҡ ваҡытта «Ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм яҡшыртылған характеристикалы аҙыҡ-түлек тураһында»ғы Федераль закон эшләй башлаясаҡ.

Яңы закон проекты ҡарала
Яңы закон проекты ҡарала
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: