Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 14:05

Владимир Путин йәнә пенсияны арттыра

Бер төркөм пенсионерҙарға индексация ағымдағы йылдың 1 октябрендә генә күҙаллана ине. Әммә Президент шул сама ай көтмәҫкә булды.

Владимир Путин йәнә пенсияны арттыра
Владимир Путин йәнә пенсияны арттыра

Владимир Путин Хәүефһеҙлек советы ултырышында хәрби пенсионерҙарға һәм уларға тиңләштерелгәндәргә лә пенсияны 1 ғинуарҙан арттырырға тәҡдим итте. 

Беләһегеҙ, пенсиялар 8,6 процентҡа арттырылды. Хәрбиҙәрҙекен октябрҙә генә күтәрергә тейештәр ине. Унда ла дүрт процентҡа ғына. Ә хәҙер граждандар пенсияһы күләмендә, йәғни, шул уҡ 8,6 процентҡа арта.

Ил Хөкүмәтенә сумманы ғинуарҙан уҡ иҫәпләргә ҡушылды. Путин белдереүенсә, хәрби пенсионерҙар һаны 2,6 миллион кеше.

Фото: РИА-Новости.

 

Владимир Путин йәнә пенсияны арттыра
Владимир Путин йәнә пенсияны арттыра
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: